Башҡорт дәүләт филармонияһы «Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй» тамашаһын тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт филармонияһы  «Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй» тамашаһын тәҡдим итә

15 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһы «Халҡым мираҫы – оҙон-көй» концерттар циклын дауам итеп «Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй» тамашаһын тәҡдим итә.

Оҙон-көйҙө башҡарыу сәнғәте башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған ата-бабалар мираҫы. Ошо сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү, уға ҡарата ихтибарҙы арттырыу, уны бар донъяға танытыу маҡсатында филармониябыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарыла. 

Сарала милли байрамда ла оҙон-көйҙөң бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киңлеге менән танышырһығыҙ. Халҡыбыҙҙың феномены булған йырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева һәм халы-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында ишетерһегеҙ. Музыкаль яҡтан кисәне  республикабыҙҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры биҙәйәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb