Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы концертҡа саҡыра

Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы концертҡа саҡыра

13 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында  «Мөхәббәт миҙгелдәре» исемле яңы концерт программаһы була.

Мәхәббәттең дә үҙ миҙгелдәре бар. Йәшлектәгеһе йәйҙәй ҡайнар, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын. Һөйөүҙең һәр миҙгеленең йәмен, наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле. Ә йыр-моң мөхәббәтең ғүмерен оҙайтырға ярҙам итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязова ижадташ дуҫтары менән тамашасыларға илһамлы, һөйөүле, сағыу концерт бүләк итәсәк. Тамашала халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров ҡатнаша. Алып барыусылар  Фаяз Йәнтүрин һәм Зөлфиә Әхмәтова. Концерттың режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb