Башҡорт дәүләт филармонияһы Ғашиҡтар көнөнә арналған тамаша тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт филармонияһы Ғашиҡтар көнөнә арналған тамаша тәҡдим итә

14 февралдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Һөйгәндәргә һөйөнөс!» тип исемләнгән ябай булмаған тамашаға саҡыра.

Филармонияла ғашиҡтар көнөн йыл һайын сағыу программа менән билдәләү матур бер йолаға әйләнгән. Быға тиклем тамашасыларға «Мөхәббәтле парҙар» исеме аҫтында бер нисә концерт тәҡдим ителгәйне. Быйыл¬, иһә, режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова үтә «тәмле», серле, сюрприздарға бай бүләк әҙерләй. 

Сер йомғағын бер аҙ ғына сисеп шуны ғына әйтә алабыҙ: байрам тамашаһында һеҙ яратып тыңлаған йырҙарҙы йола буйынса мөхәббәтле һәм ижади парҙар башҡарасаҡ. Ә «мөхәббәт емештәренең» сығыштары кисәнең бер сағыу өлөшө булып торор. Был ябай түгел тамашаны күрәһегеҙ киләме? Улайһа, билеттар артынан ашығығыҙ! Һөйгәндәргеҙҙе һөйөндөрөп шәп бүләк эшләгеҙ! Ә кемдәрҙең «икенсе яртылары» юҡ – килегеҙ, бәлки ул тап беҙҙең тамашала булыр? Тамашаға рәхим итегеҙ. Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb