Башҡорт дәүләт филармонияһы Ғашиҡтар көнөнә арналған «Әллә ғашиҡ, әллә ғишыҡ…» тамашаһына саҡыра

Башҡорт дәүләт филармонияһы Ғашиҡтар көнөнә арналған «Әллә ғашиҡ, әллә ғишыҡ…» тамашаһына саҡыра

80-се юбилей миҙгеленең төп проекттарының береһе «8 кистә 80 йондоҙло йыл» концерттар циклын Ғашиҡтар көнөнә арналған «Әллә ғашиҡ, әллә ғишыҡ…» тамашаһы дауам итә.

15 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә проекттың 4-се кисе. Ул мөхәббәтле ижади ғаиләләргә бағышланған. 

Эстрадабыҙҙа күп йылдар емешле ижад иткән, үҙ парҙарын тап сәхнәлә тапҡан, Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин, Мәғфирә һәм Наил Ғәлиевтар, Асия һәм Илфак Смаковтар кеүек билдәле ижади дуэттарҙың юлын дауам итеүсе  «йондоҙло ғаиләләр» бөгөн дә филармонияла байтаҡ. Улар - Нәзифә Ҡадырова һәм Ғәли Алтынбаев, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туктағолов, Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазин, Полина Кобец һәм Сиявуш Шерматов, Ирина һәм Вадим Логиновтар, Любовь Гоглачев һәм Азат Кәримов. Тап улар 15 февралдә   тамашасы хөкүменә сығарылған концерттың төп геройҙары. Бынан тыш тамашала ижади парҙар   Фларида Иркина һәм Тимур Рамаҙанов, Гөлназ Асаева һәм Салауат Мөхәмәтйәров, Дияна Ишниязова һәм Марсель Ҡотоев, Әлфиә Юлсурина һәм Юлай Муллабаев һәм башҡалар ҡатнаша. Кисәнең режиссеры – Миңзәлә Яхина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb