Башҡорт дәүләт филармонияһы «Халҡымдың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклын дауам итеп 21 март «Ҡыл-ҡумыҙҙа тамырҙарым сыңы» исемле тамаша әҙерләй.
Ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар сәңғәте башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған ата-бабалар мираҫы. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең был тылсымлы инструментты ҡулына алып уйнауы була күңелдәр иреп, тыныслана. Ошо сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү, уға ҡарата ихтибарҙы арттырыу, уны бар донъяға танытыу маҡсатында республикабыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарыла.
21 март филармонияла үтәсәк «Ҡыл-ҡумыҙҙа тамырҙарым сыңы» байрамында ғәжәйеп иструменттың бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киң мөмкинлектәре асыласаҡ. Гүзәл Үмәрғәлина, «Йатаған» этно-рок төркөмө, Аяз Нухов, Зәлиә Ғәниатуллина, Гөлсәсәк Шәғәрғәзина, Миңлегөл Солтанбаева, Эльвира Мөхәмәтдинова, Римма Ғимрановалар халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һаҡланған көй-моңдарын ҡыл-ҡумыҙ аша еткерәсәк. Күңелле ритмдар һәм моңло йырҙар кисәгә йәм өҫтәр. Милли музыка ҡоралы байрамы һәр бер кешелә сағыу бер хәтирә булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.