4 декабрь Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, йылдың иң матур миҙгелдәренең береһен ҡаршы алып, моңға, сәнғәткә битараф булмағандарға үҙенсәлекле программа тәҡдим итә. Был көндә “Ҡышҡы мөғжизә” исемле концерт буласаҡ.
Йыр-моң кеше күңеле өсөн һәр ваҡыт рухи аҙыҡ һәм йылылыҡ бирә. Шуға күрә лә, һалҡын ҡышта, тормош мәшәҡәттәренән арынып, йөрәктәрегеҙҙе дәрт менән тулыландырырға теләһәгеҙ – филармонияға рәхим итегеҙ.
Тамашаның режиссеры – Сулпан Асҡарова.