Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейына ҙур әҙерлек алып бара

Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейына ҙур әҙерлек алып бара

Яңы проекттың исеме- «Nostalgie – ФиларМОҢ. 8 кистә – 80 йондоҙло йыл» тип атала. Проект авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова яңы һулыш менән һуғарылған үҙенсәлекле саралар теҙмәһен тәҡдим итә.

Тәүге кисә 26 октябргә тәғәйенләнгән. Концертта Музыкаләҙәби лекторийҙың бөтә артистары – вокалистар һәм инструменталистар, бейеүселәр, лекторҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Сәхнә тңренән рус һәм сит ил классикаһы, донъя халыҡтары йырҙары, хәҙерге композиторҙарҙың ижады яңғыраясаҡ.

Алдағы сығыштар теҙмәһе: 15 ноябрь. «Уларҙың йырҙарында – ваҡыт тибеше». Республика композиторҙары, 18 ғинуар. «Визит карточкаһы». Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, 15 февраль. «Йондоҙ+ йондоҙ». Филармония ғаиләләре, 2 март. «Эстрадабыҙ йондоҙҙары», 12 апрель. «Уның исеме капелла». Башҡортостандың  Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы, 24 апрель. «80 йыллыҡ роман».80-се юбилей миҙгелен ябыу, 29 апрель. «Джаз һәм ул ғына ла түгел». Эстрада-джаз оркестры. Күркәм тамашаларға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb