31 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың ижад эшмәкәрләегенә 25 йыл тулыу айҡанлы күркәм концерт үтте.
Йырсы менән бергә был көндө сәхнәлә остздың уҡыусылары-билдәле йырсылар сығыш яһаны.
Улар башҡарыуында тамашасылар популяр классик һәм эстрада әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңланы.
Билдәле булыуынса, Вәхит Хызыровтың ижадын республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙән ситтә лә лайыҡлы баһалайҙар. Уны Германияла, Швейцарияла, Бельгияла, Австрияла, Төркиәлә алҡышлап ҡаршыланылар.
Йырсы репертуарында классика: операларҙан ариялар, көнбайыш, рус композиторҙарының йырҙары һәм романстары киң бирелгән. Бынан тыш, Вәхит Ғәлибай улы республиканың төп композиторҙары менән тығыҙ ижади бәйләнештә эшләй, йыш ҡына уларҙың яңы әҫәрҙәрен беренсе булып башҡара.
Башҡарыусының ижадында башҡорт халыҡ йырҙары айырым бер урын биләй. Белгестәр фекеренсә, ул милли фольклорҙы тәрән тойоусы һәм белеүсе, уның иң яҡшы интерпретаторҙарының береһе булып тора.