Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиевтың концерты үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиевтың концерты үтте

Күптән түгел, Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиевтың концерты үтте. «Мин ышанам әле таңдарыма» исемле үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сценарийҙың авторы Зөһрә Бураҡаева булһа, режиссеры – күп сағыу проекттары менән билдәле Илшат Ғәлимйәнов.  

    Гүзәл һәм Рәмил Хәзиевтар башҡарыуында тыуған яҡҡа, ата йортона, ата-әсәйгә мөхәббәт менән һуғарылған лирик йырҙары бер тын алыуҙа тыңланды. Рәмил Хәзиев ижад иткән тәрән мәғәнәле, хисле йырҙар ваҡытҡа буйһонмай, олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә үтеп инә. Ғөмүмән, был ғаилә ауырлыҡтарға баш эймәй, һәр көндән ҡыуаныс табып, моң донъяһында йырлап йәшәй!  Тап шундай эскерһеҙ, һәр ваҡыт асыҡ күңелле булыуҙары, проблемаларҙы уйын-көлкө аша еңеп сыға белеүҙәре менән күптәрҙе һоҡландыра Хәзиевтар.

   «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры артистары - Фаяз Йәнтүрин, Ғәлиә Тимербулатова, Зөлфиә Әхмәтова, Фәнил Ҡарасуриндарҙың шаяртыуҙары, моңло Фәтиховтарҙың дәртле баян көйҙәре, «Айгүзәл» бейеү ансамбленең сағыу сығыштары, шулай уҡ, иғтибарһыҙ ҡалманы. Беҙҙең сәхнәнән төшмәй торған артистарыбыҙ ҙа бар бит әле. Улар филармонияла үткәрелгән  һәр концертта тиерлек ҡатнаша. Ул беҙҙең бейеүселәребеҙ! Әлиә Нурғәлиева һәм Рөстәм Ғәндәлипов дуэты бейеү хәрәкәттәре, пластика аша мөхәббәттең тәрәнлеген еткерә алды. Татьяна Мутафи, Зарина Солтангилдина, Анастасия  Скарженюк һәм «Салауат» бейеү театры сығыштары концерттың сағыу бер өлөшөнә әүерелде.

    Матур концерт күрергә килгән шығырым тулы тамашасының өмөтө аҡланды, тип әйтергә генә ҡала. Гүзәл һәм Рәмил Хәзиевтарҙың һәр сығышы береһен дә битараф ҡалдырманы, алҡыштарға һәм сәскә гөлләмәләренә күмелде. Шығырым тулы залдың уларға ҡушылып йырлауы, бейеп ултырыуҙары кисәгә йылылыҡ һәм мәртәбә өҫтәне.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb