Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков 55 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков   55  йәшлек юбилейын билдәләй

2 март Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы, «Ишҡурай»ҙың авторы Ишморат Илбәков  үҙенең 55  йәшлек юбилейын билдәләй. Ишморат Ҡәйүм улы ҡурайсы-солист һәм ҡурайсы-аккомпаниатор сифатында донъяның утыҙҙан ашыу илендә гастролдә булып, башҡорт моңон, көйөн төрлө милләт халыҡтарына таныта. Исемдәре башҡорт сәнғәтенең алтын фондына ингән мәшһүр ҡурайсыларабыҙҙың данлы юлын дауам иттереүселәрҙең береһе, күренекле заман¬дашыбыҙ Ишморат Илбәков хәҙерге башҡорт музыка сәнғәтендә яҡты бер йондоҙ булып балҡый.  

     Музыканттың юбилейына арналған тамашала музыканттың ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнаша. Шулай уҡ, был ижад миҙгелендә республика район-ҡалалары буйлап гатсролдәрен башлаған, ҡурайсы үҙе ижад иткән «Эстрада легендалары» төркөмөнөң исем туйы ла үтәсәк. Был бригадала Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Вәлит Илембәтов, Зөлфиә Ҡудашева, Хәмит Теләмов, Радик Вәлмөхәмәтов ҡатнаша. Юбилей концертының режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторҙары – Франгизә Илбәкова, Миңзәлә Яхина. 

Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы 1963 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ҡәйүм һәм Ырыҫбикә Илбәковтар.

Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978—1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 1982—1984 йылдарҙа Камчаткала армия сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай. Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (Ишкурай) уйлап тапҡан һәм патентлаған.

Мәскәү ҡалаһында Олимпиада-80 һәм XII Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең мәҙәни программаларында ҡатнаша, Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты була. Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb