Башҡорт дәүләт филармонияһында Бибисара Азаматованың хәтер кисәһе буласаҡ

Башҡорт дәүләт филармонияһында Бибисара Азаматованың хәтер кисәһе буласаҡ

19 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Бибисара Азаматованың хәтер кисәһе үтә.

Халыҡсан тауышы менән күңелдәрҙе яулап алған, ҡабатланмаҫ моң эйәһе ине ул Бибисара Азаматова. Уның йылдар төпкөлөнән һаҡланып килгән һәм быуындан-быуынға ҡомартҡы итеп кенә тапшырыла торған йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ҡатмарлы тормош юлы үткән, данлы хеҙмәте менән хөрмәт яулаған һәм шул уҡ ваҡытта сәнғәт донъяһында ла үҙ урынын таба алған ул. Көслө рухлы, маҡсатлы, эшһөйәр, яуаплы һәм идеялы Совет кешеһе.

Юғары исемдәргә эйә булмаһа ла, ул ябай һәләте менән «халыҡ йырсыһы» баһаһына лайыҡ булып, халыҡ һөйөүен яуланы. Сәхнәгә лә дан йәки абруй өсөн түгел, ә тамашасыларға моң бүләк итергә, уларҙы хискә һәм наҙға сорнарға теләгәне өсөн сыҡты. Ысынлап та халыҡтан сыҡҡан, халыҡ өсөн йән атҡан һәм һәләтен шул халыҡҡа кире ҡайтарып бирергә ынтылған оло йөрәкле апай булды ул Бибисара Азаматова.

Яратҡан йырсыбыҙҙың рухын хөрмәтләп, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап, хәтер кисәһе ойоштороласаҡ. Тамашала Бибисара Азаматованың йәш дуҫтары, сәхнәләштәре, ижадташтары, фекерҙәштәре ҡатнашасаҡ. Һәм һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, уның тамашасылары, тыңлаусылары, йырҙарын күңел түрендә йөрөтөүселәр. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb