Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Иглин районы сығыш яһаясаҡ

Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Иглин районы сығыш яһаясаҡ

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә.

Бөгөн, 23 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Иглин районы сығыш яһаясаҡ.

Иглин районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилен осрашыуға саҡырыла.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Иглидең данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Сараға рәхим итегеҙ, киске сәғәт 6-ла башлана, инеү бушлай.

 

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb