Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә.
Бөгөн, 12 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Кушнаренко районы сығыш яһаясаҡ.
Кушнаренко районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилен осрашыуға саҡырыла.
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Кушнаренконың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.
Сараға рәхим итегеҙ, киске сәғәт 6-ла башлана, инеү бушлай.