Эстрадабыҙҙа күптән инде үҙ урынын тапҡан, яҡты йондоҙ булып балҡыған солист Искәндәр Ғәзизов 29 мартта тамашасыларын яңы концерт программаһы менән ҡыуандыра.
«Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында ҡатнашып, оҫта башҡарыусы, һәләтле йырсы булараҡ танылыу яулап Искәндәр Ғәзизов эстрадабыҙға ышаныслы аҙымдар менән килеп инде. Артабан ул «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрендә, «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурстарында призлы урындарға лайыҡ булып, үҫеп үҙен өлгөргән йырсы итеп күрһәтте.
Музыкаль тамашала Искәндәрҙең дуҫтары: эстрадабыҙҙың легендаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы - Роза Аккучукова, моңло һандуғасыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Алһыу Бәхтиева, осҡон сәсеп тороусы дәртле башҡарыусы Иҙел Нурғәлин һәм «Синяя птица» телевизион проекты еңеүсеһе Ләйсән Золотарева ҡатнаша. Концертты алып бара - Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов. Режиссеры – Миңзәлә Яхина. Концертҡа рәхим итегеҙ!