5 февраль көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтәсәк.
Сарала билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең сығыш яһауы көтөлә. Кисәне музыкаль яҡтан сәхнә йондоҙҙары Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадырова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов биҙәйәсәк.
Шулай уҡ кисәлә Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфө “Нур” татар дәүләт театрҙары актерҙары ҡатнашасаҡ. Хәтер кисәһе 19.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ, инеү бушлай.