Башҡорт дәүләт филармонияһында Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана!” тип аталған ижад кисәһе үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһында  Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана!” тип аталған ижад кисәһе үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана!” тип аталған ижад кисәһе үтте.

 Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе тәбрикләргә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйылған ине. Шағирға күркәм юбилейы айҡанлы Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев , Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы вице-мэры Алина Сөләймәнова һәм башҡа ҡунаҡтар бик йылы ҡотлау һүҙҙәрен һәм бүләктәрен еткерҙе.

“Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы булған Рауил Бикбаев ҡасандыр Шәйехзада Бабичты халҡына ҡайтарыу өсөн ҙур көс һалды. Ул һәр ваҡыт арымай-талмай халҡыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә хеҙмәт итте. Бөгөн дә үҙ асылына тоғро. Әлбиттә, беҙ шундай шәхестәребеҙҙең күберәк булыуын теләр инек, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла беҙ Бикбайлы булыуыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ”, - тине сығышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев бер төркөм ҡәләмдәштәре менән әҙипте тәбрикләгәндә.

Рауил Бикбаевты юбилейы менән Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының 1-се секретары, шағир Геннадий Иванов, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Гәрәй Рәхим дә ихлас ҡотланы. Ә Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлихов ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып сәхнәнән йыр ҙа бүләк итте. Әлбиттә, Рауил Төхвәт улының яҡташтары – Ырымбурҙар ҙа уға иң изге теләктәрен еткерҙе. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb