27 февралдә билдәле композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роза Сәхәүетдинованың юбилей кисәһе уҙасаҡ.
Сара Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 19. 00 сәғәттә башлана.
Сәхәүетдинова Роза Хәйҙәр ҡыҙы 1937 йылдың 25 июнендә Тажик ССР-ы Сталинабад (Дүшәмбе) ҡалаһында тыуған. 1971—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында 100-сө мәктәптә музыка уҡытыусы булып эшләй. Хор етәксеһе була, мәктәп эргәһендәге хор студияһын да алып бара. 1980—1984 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт телерадио комитетында тауыш режиссёры була.1991 йылдан Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.