Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәмил Хәзиев яңы программа менән сығыш яһай

Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәмил Хәзиев яңы программа менән сығыш яһай

Иртәгә-18 апрель көнө  Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле йырсы һәм композитор Рәмил Хәзиев «Ышанам әле таңдарыма» тип исемләнгән концертына саҡыра.

Буласаҡ йырсы Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ижад юлын филармонияла БР-ҙың академик хор капеллаһында башлай. Унда ун йыл солист була. Шамил Хәмәҙинуров етәкселегендәге “Ихлас” төркөмө составында ла күп йылдар сығыш яһай Рәмил Хәзиев. Уның репертуарында тыуған яҡҡа, ата йортона, ата-әсәйгә мөхәббәт менән һуғарылған йырҙар урын алған. Йырсы лирик йырҙарға өҫтөнлөк бирә. Рәмил Хәзиев башҡарыуындағы тәрән мәғәнәле, хисле йырҙар ваҡытҡа буйһонмай, олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә яҡын.

Композитор булараҡ Рәмил Хәзиевтың ҡырҡтан ашыу йыры донъя күргән. Уның ижад ителгән йырҙарын Башҡортостан һәм Татарстандың танылған Салауат Фәтхетдинов, Ғәзим Ильясов, Вилдан Яруллин, Әлфиә Юлсурина һәм башҡа сәхнә оҫталары яратып башҡара. Айырыуса “Һыу юлдары гөл генә” (Ә. Кәшфуллин), “Ҡыштың аҡ сәскәләре” (И. Низаев), “Һағыныу” (Д. Булатова) кеүек ижад емештәре халыҡ йөрәгенә үтеп инде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb