14 апрель Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы "Күңелемдә - Уралым" исемле яңы проект тәҡдим итә.
«Оҙон көй – башҡорт милләтенә генә хас музыкаль ауыҙ-тел ижады. Уны һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуынға еткереү – беҙҙең төп бурыс. Шуға күрә лә ошо проект барлыҡҡа килде. Халҡыбыҙ ижадына битараф булмағандар концертҡа килеп, илһам алып ҡайтырҙар», — тигән теләктә проекттың авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова.
Концертта «Урал», «Эскадрон», «Карауанһарай», «Ҡаһым түрә», «Зөлхизә», «Ҡуңыр буға», «Ирәмәле» һәм башҡа хәҙер инде классик әҫәрҙәргә әйләнгән халыҡ йырҙары, бынан тыш hирәк башҡарылған әҫәрҙәр ҙә яңғыраясаҡ. Уларҙы тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Дамир Таипов, Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиевалар башҡарыуында, музыканттар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары: Рэм Гәрәев (баян), Илшат Ишморатов һәм Илнур Хәйруллин (ҡурай), Гүзәл Үмерғалина (думбыра) уйнауында ишетәсәк. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һеҙгә нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева еткерәсәк.
Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бар.