Башҡорт дәүләт филармонияһында Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе уҙғарыла

Башҡорт дәүләт филармонияһында Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе уҙғарыла

22 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙғарыла.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Яҙыусылар союзы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.

Хәтер кисәһендә Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары: Лилиә Ишемйәрова, Миңзифа Исҡужина, Гөлнара Вәлиева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары, Ишембай районының художество үҙешмәкәрлек коллективтарының сығыш яһауы көтөлә.

Сәхнә йондоҙҙары шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар башҡарасаҡ.

Шулай уҡ сара сиктәрендә Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Хәтер кисәһе сәғәт 19.00 башлана. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb