29 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан ғорурлығы, боҙҙа мотоуҙыш буйынса СССР-ҙағы берҙән-бер 6 тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы, команда ярышында СССР-ҙың 3 тапҡыр чемпионы Ғабдрахман Ҡадыров тураһында “Тәүге чемпион Ғабдрахман Ҡадыров” тигән фильмдың исем туйы үтә.
Картинаның режиссеры - Радик Килмәмәтов. Спортсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова:
- Сарала ветеран спортсылар, артистар, сәнғәт әһелдәре ҡатнаша. Ғабдрахман мәҙәниәтте яратты, дуҫтары күп булды. Тормошта ул алсаҡ, изге күңелле, ипле кеше ине. Башҡортостанды, бөтә СССР-ҙы донъяға танытты. Уны бөйөк шәхес, тип атайым.
Фильмдың исем туйы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Унда күргәҙмә ойошторола. Спортсыға ҙур еңеүҙәр яуларға ярҙам иткән мотоциклы һәм шәхси архивынан һирәк фоторәсемдәре ҡуйыласаҡ.
Сарала Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Александр Лынник кеүек билдәле шәхестәрҙең сығыш яһауы көтөлә. Башлана 19.00 сәғәттә.