Башҡорт дәүләт филармонияһының артистары «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» музыкаль проекты менән гастролгә йыйына

Башҡорт дәүләт филармонияһының артистары «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» музыкаль проекты менән гастролгә йыйына

 «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» музыкаль проекты- Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының яңы тамашаларының береһе. Миҙгел башында ғына барлыҡҡа килгән йәш, талантлы артистарҙы бергә туплаған төркөм был концерт программаһы менән республикабыҙҙың байтаҡ төбәктәрендә булды ла инде. 

    Төркөм составында биш талантлы артист. Нәфис һүҙ оҫтаһы, алып барыусы, йырсы Зөлфир Басыров, дәрттәре ташып торған өмөтлө ҡурайсы Салауат Хәлилов һәм виртуоз баянсы Рәил Мөрсәлимов һәм берҙән-бер, ҡабатланмаҫ, эстрадабыҙҙың сағыу «йондоҙ»о Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. Төркөм менән тамашасыға яҡшы таныш булған республика конкурстары лауреаты, романтик йырсы Заһир Иҫәнсурин етәкселек итә.    

   Тамаша дәртле, лирик йырҙар, халыҡсан юмор һәм инструменталь әҫәрҙәрҙән төҙөлгән. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа халыҡ программаны йылы ҡабул итә, алҡыштарға күмә.  Проектты күргән тамашасы илһамланып, көлә-көлә ғүмерҙәрен оҙайтып һәм дәрт-дарман туплап ҡайтыуҙан башҡа, яңы йырҙар, яңы исемдәр менән таныша, рухи аҙыҡ ала, күңел донъяһын байыта. 

Март айында үҙенсәлекле программаны республикабыҙҙың көнъяҡ район-ҡалалары тамашасылары күрә аласаҡ.  

14 МАРТ– КҮМЕРТАУ ҠАЛАҺЫ

16 МАРТ - ҒАФУРИ Р-Ы СӘЙЕТБАБА АУЫЛЫ

21 МАРТ - КӨЙӨРГӘҘЕ Р-Ы ЕРМОЛАЕВКА АУЫЛЫ

22 МАРТ- МОРАПТАЛ АУЫЛЫ

23 МАРТ - ЯҠШЕМБӘТ АУЫЛЫ

24 МАРТ - ТАЙМАҪ АУЫЛЫ  

    Әйткәндәй,   төркөмдә ижад иткән ике егет тап шул яҡ вәкилдәре. Бер нисә йыл элек Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған дәртле, һүҙгә, юморға бай Зөлфир Басыров Көйөргәҙе районы Маяҡ ауылында тыуып үҫкән. Салауат Хәлилов иһә, Күмертау егете. Әле бәләкәй сағында уҡ атаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Зыя Хәлилов менән үҙэшмәкәр сәнғәт коллективтары составында район-ҡала мәҙәниәт йорттары сәхнәләрендә сығыш яһай. Республикала, Рәсәй бәйгеләрендә һынау тота. Бөгөн инде был егеттәр профессиональ артистар. Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары.

    Яҡташтарығыҙҙы ҡеүәтләп, матур тамашаны күрергә ашығығыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb