Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йондоҙҙар парады – беҙҙә!» тип исемләнгән ҙур концертына рәхим итегеҙ

Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йондоҙҙар парады – беҙҙә!» тип исемләнгән ҙур концертына рәхим итегеҙ

«8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһы 2 мартта «Йондоҙҙар парады – беҙҙә!» тип исемләнгән ҙур концерт тәҡдим итә. Тамашаның режиссеры-Сулпан Аскарова.

Башҡорт эстрадаһы тарихы филармониянан башлана. Республикабыҙҙың төп сәнғәт усағы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһынан бихисап профессиональ йырсылар, коллективтар үҫеп сыҡҡан. Улар араһында Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Асия һәм Илфак Смаковтар, Мәғфирә һәм Наил Ғәлиевтар, «Ирәндек», «Йәдкәр», «Дуҫтар» төркөмдәре. Ә бөгөн был легендар йырсы-музыканттарҙың ижад юлын дауам итеүселәр кемдәр? Быларҙың барыһын да 2 март көнө филармонияның Ҙур залында беләсәкбеҙ. Эстрадабыҙ тарихында тағы ла бер яҡты миҙгел булып ҡаласаҡ тамашаға рәхим итегеҙ!

   Концертта филармония ветерандары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Редик Фәсхетдинов, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Вәлит Илембәтов, Иҙрис Ғәзиев, Вәкил Мурзин, Фәнүнә Сиражетдинова, Гүзәл Мамина һәм легендар «Карауанһарай» төркөмө ҡатнаша. Шулай уҡ, бөгөн ялҡынлы ижад итеүсе сәхнә йондоҙҙары Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Рифат Шәрәфетдинов, Айгөл Һағынбаева, Дияна Ишниязова, Заһир Иҫәнсурин, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, «Далан» (етәксеһе - Артур Туҡтағолов), «Карауан» (етәксеһе - Марсель Ҡотоев) төркөмдәре, «Көлкө-шоу» (етәксеһе - Фаяз Йәнтүрин) эстрада миниатюралары театры һәм башҡалар үҙҙәренең сығыштары менән биҙәйәсәк. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb