Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың күргәҙмәһе асыла

Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың күргәҙмәһе асыла

1 мартта М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың күргәҙмәһе асыла. 

"Бала саҡтан мине ни сәбәптәндер тик башҡорт милли кейемендә һүрәттәр төшөрөүгә тарта торғайны. Әгәр бөгөн килеп “Любизар” тарихи полкының командиры Илдар Шәйәхмәтовты, йәки танылған бейеүсе Рафаил Амантаевты төшөрәм икән, был әле генә эҙләп тапҡан тема түгел. Үҙемде белә-белгәндән милли тема ҡыҙыҡ­һындырҙы", ти Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбиров. Ул башҡорт мөхитен, башҡорт тарихын иҫ киткес оҫталыҡ менән һүрәтләй, уның картиналары берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Рәхим итегеҙ!
Башлана 17.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb