Башҡорт дәүләт художество музейында булат ҡылыстар, ҡалҡан һәм башҡа хәрби ҡоралдар күргәҙмәһе бара

Башҡорт дәүләт художество музейында булат ҡылыстар, ҡалҡан һәм башҡа хәрби ҡоралдар күргәҙмәһе бара

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уҙған быуаттарҙа ҡойолған булат ҡылыстар, батша кейемдәрен, атты парадҡа сығарғанда ҡулланылған предметтарҙы күрергә мөмкин буласаҡ.

Ҡорал палатаһының хазинаһы тәүге тапҡыр республика халҡы иғтибарына тәҡдим ителде. Иран, Төркиә оҫталары ҡойған булат ҡылыстар, ҡалҡан һәм башҡа хәрби ҡоралдар - Мәскәүҙән барлығы 59 экспонат күргәҙмәгә килтерелгән. Уларҙың күбеһе Рус батшаларына бүләк ителгән була. Дәүләт етәкселәренең парад кейемдәре лә музей ҡунаҡтарын хайран ҡалдырыр, тип көтөлә.

М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов әйтеүенсә,күргәҙмә 18 декабрҙән киләһе йылдың мартына тиклем эшләйәсәк. Тематикаһы - Рус батшалары һәм императорҙарының арсеналына арналған. Экспонаттарҙың күбеһе фондтарҙа һаҡлана һәм тәүгә Кремль музейҙарынан ситтә ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйылған”.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb