Башҡорт дәүләт художество музейында француз һәм рус һынлы сәнғәтенең 19-20 быуаттарҙағы күргәҙмәһе асылды

Башҡорт дәүләт художество музейында француз һәм рус һынлы сәнғәтенең 19-20 быуаттарҙағы күргәҙмәһе асылды

Күптән түгел Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында француз һәм рус һынлы сәнғәтенең 19-20 быуаттарҙағы күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла билдәле Мәскәү коллекционеры Инна Баженова фондында һаҡланған биш тиҫтәгә яҡын картина урын алған.

Был эштәр тәүге тапҡыр халыҡҡа ике йыл элек илдең баш ҡалаһында тәҡдим ителгән. Өфөгә уның икенсе варианты, йәғни ыҡсым һәм алып йөрөүгә уңайлы әҫәрҙәре генә килтерелгән. Донъя кимәлендәге рәссамдарҙың эштәрен бергә туплаған күргәҙмә сәнғәт өлкәһендәге интернациональ бәйләнештәргә арнала. Сағыу картиналар менән 31 октябргә тиклем танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb