Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтшә Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә

Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтшә Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә

26 октябрҙә М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтшә Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» темаһына фольклорсының тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа.

Юғары уҡыу йорттары ғалимдары башҡорт фольклористикаһына нигеҙ һалыусы булараҡ Мөхәмәтша Буранғолов, ижтимағи-сәйәси тормошта уның роле, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы һәм хәҙерге заман бренды булараҡ “Урал батыр” эпосы кеүек темаларҙы яҡтыртасаҡ.
Сарала шулай уҡ Саха (Якутия) Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан билдәле ғалимдарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Конференция баш ҡалабыҙҙың Н. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейының конференц-залында (Гоголь урамы, 27) үтә. Иртән сәғәт 10-да башлана.

Сараны ойоштороусылар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғолов үҙенең «Башҡорт халыҡ поэзияһы» тигән ҡулъяҙма хеҙмәтендә сәсәндәргә ҡарата ошондай ҡыҫҡа, әммә төплө характеристика биргәйне: «Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ дәүерендә халыҡтың тор­мошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын асып биргән ваҡытлы мат­буғаты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор-шағиры ла, уҙғандарҙы һөйләүсе тарихсыһы ла улар».

Был һүҙҙәрҙе һис ике­ләнмәй уның үҙенә ҡарата ла әйтергә мөмкин. Сөнки ошондай оло баһаға ул үҙенең тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған фольклор йыйыу, уны халыҡҡа еткереү эше, тынғыһыҙ һәм емешле ижады, актив граждан­лыҡ позицияһы менән тулыһынса һәм хаҡлы лайыҡ булды.

Үҙ халҡын һөйгән һәм уның ижадына мөкиббән китеп ғашиҡ бул­ған Мөхәммәтша Буранғолов беҙҙең көндәргә боронғо дәүер ауыҙ-тел ижадының аҫыл ҡомартҡыларын: «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй һәм Мораҙым» ише мәшһүр ҡобайырҙарҙы, гүзәлдәрҙән-гүзәл йырҙарҙы, һоҡланғыс легенда-риүәйәттәрҙе еткерҙе һәм шуның менән быуындар бәйләнешенең, тарихи хәтер сылбырының бөтөнлөгөн тәьмин итте. Ха­лыҡ ижады традицияларын зиһененә һәм йөрәгенә һеңдереп, шул ауыҙ-тел ижады ҡанундары нигеҙендә ул үҙе лә бынамын тигән әҫәрҙәр тыуҙырҙы һәм оло сәсән булып танылды.

Мөхәмәтша Буранғоловтың күп яҡлы ижади эшмәкәрлегендә драматургия күренекле урын биләй. Уның пьесалары хаҡында, айырыуса «Башҡорт туйы»на бәйле уҙған быуаттың егерменсе йылдарында уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр әйтелә. Мөхәмәтша Буранғолов драматургияһы, һүрәтләнгән осорға ярашлы, милли фәлсәфәне халыҡсан телдә, художестволы әҙәбиәт ҡанундарына хилафлыҡ килтермәйенсә аса алыуы менән әһәмиәтле.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb