Өфөлә Ҡаҙағстан артистарының Өфөләге гастролдәре тамамланды. Был сәфәр ике туғандаш республикаларҙың мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелде. Ошо туралағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
Ҡарағанда театрының Өфөләге гастролдәре аншлаг менән үтте. Тамашаларҙың барыһына ла - музыкаль комедия, оперетта, мюзикл, балалар өсөн спекталдәргә, билеттар алдан уҡ һатылып бөткән.Өфөгә театр коллективы 100-гә яҡын кеше менән килгән. Артистарҙан тыш, оркестарҙа уйнаусылар, гримерҙар һәм костюмерҙар бар. Өфөнөң легендар театр сәхнәһендә сығыш яһау беҙҙең өсөн ижади һынау, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ, ти Ҡарағанда театры етәксеһе Амантай Ибраев.
Музыкаль комедия театры Тимертау ҡалаһында ойошторолоп, 1981 йылда Ҡарағандаға күсә. Ул был жанр йүнәлешендә эшләүсе Ҡаҙағстандағы берҙән-бер театр һанала. Үҙенең ярты быуатҡа яҡын тарихында улар донъяның 200-ҙән ашыу ҡалаһында сығыш яһап өлгөргән. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, залдар халыҡ менән шығрым тулы. Сөнки берҙәм коллектив үҙ традицияларына тоғро ҡалып тамашасыны мюзикл, шоу, балет, киске романстары менән һөйөндөрә.Башлыса билдәле композиторҙар ИмрЕ Кальман, Франц ЛегАр ижадтарына ҡоролған репертур үҙенең төрлөлөлөгө менән айырыла.
Йыл һайын улар ете премьера тәҡдим итә.Өфөләге гастролдең һуңғы көнөндә ике тетар араһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Был документ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының да киләсәктә Ҡаҙағстанға гастролдәрен күҙ уңында тота. Ҡарағанда театры артабан үҙ республикаһында бер нисә спектакль менән сығыш яһағандан һуң быйылғы ижад миҙгелен тамамлай. Шулай ҙа ял итергә ваҡыт юҡ, ти театр етәкселеге. Сөнки быйыл көҙ Ҡаҙағстанда "Дуҫтар" тип аталған күләмле театрҙар фестивале үтә.