Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Силәбелә «Конёк-Горбунок» балетын күрһәтә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Силәбелә «Конёк-Горбунок» балетын күрһәтә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы Силәбелә 23 июндән 1 июлгә тиклем үтәсәк «Екатерина Максимова хөрмәтенә» халыҡ-ара балет фестивалендә ҡатнаша.

М.И. Глинка исемендәге Силәбе опера һәм балет театры сәхнәһендә Силәбе, Өфө, Екатеринбург һәм Красноярск артистары сығыш яһай. Фестивалдең афишаһында премьералар һәм театрҙарҙың репертуарында күптән нығынған спектаклдәр урын алған.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры быйыл форумдың ижади программаһына Родион Щедрин музыкаһына «Конёк-Горбунок» балет-феерияһы менән инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә, 16 июндә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған концерт уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb