Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Steinway&Sons роялен презентациялай

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Steinway&Sons роялен презентациялай

Уҙған йыл аҙағында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бағыусыларҙың ярҙамы менән бөтә донъяға билдәле Steinway&Sons Америка компанияһының рояле барлыҡҡа килде.

Steinway&Sons роялдәре музыкаль донъяла Страдивари скрипкаһы аналогы булған. Уйын ҡоралын көйләү өсөн Өфөгә Steinway&Sons компанияһының Рәсәйҙәге вәкиллегенең техник хеҙмәте директоры Владимир Спесивцев килде.

Театр тамашасылары тәүге тапҡыр 4 майҙа яңы роялде ишетәсәк. Асҡар Абдразаҡов менән ижади дуэтта заманса фортепиано сәнғәтенең күренекле вәкиле Николай Луганский башҡарыуында рус композиторҙарының әҫәрҙәре яңғырар.

Кисәнең икенсе бүлексәһендә Николай Луганский театрҙың симфоник оркестры менән бергә Сергей Рахманиновтың оркестр менән фортепиано өсөн Икенсе концертын башҡара. Дирижеры - Артём Макаров.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb