Күренекле һәм бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арналып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңы ҡуйылышта тамашасы хөкөмөнә сығарылған Баязит Бикбайҙың «САЛАУАТ ЮЛАЕВ” операһы барыһын да таң ҡалдырҙы. Тамашасылар 18-се быуат ваҡиғаларының тар уртаһында үҙен хис итте. Беренсе тапҡыр сәхнә әҫәре 1955 йылда ҡуйылған. Йылдар дауамында өс тапҡыр үҙгәртелеп театр сәхнәләрендә бара.
Әлеге ҡуйылыш заманса алымдар, видеоинсталяция менән байытылған. «Салауат Юлаев» операһы нисәмә быуын тамашасыһы өсөн милли символ, легенда, йылъяҙма булып ҡала алыуы менән мөһим.
«Салауат Юлаев» операһында «Салауат Юлаев» хоккей командаһы ла ҡатнашты. Спорт коллективы башҡорт телендә барған спектаклдән ҡәнәғәт булыуын йәшермәне.
Башҡорт халҡының үткәненә байҡау яһаған сәхнә әҫәренән һуң, спортсылар төп ролде башҡарыусыны сәкән һәм хоккей клубы костюмы менән бүләкләне.
Игорь Захаркин, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы баш тренеры: «Салауат Юлаев символында ысын мәғәнәһендә, ғорурлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө ярылып ята. Ысын атлеттар өсөн был бик мөһим. Образды боҙ майҙанында ла һынландырырға тырышыуыбыҙ шулай уҡ, батырлыҡҡа тиң, тип әйтергә инем. Ижади коллективҡа ҙур эш башҡарғандарына оло рәхмәтемде белдерәм», тине.