Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында -"Аттила" операһы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында -"Аттила" операһы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында -"Аттила" операһы ҡуйылды.

Төп партияны донъяның иң яҡшы басы, ике тапҡыр "Грэмми" премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов башҡарҙы.

Джузеппе Вердиҙың "Аттила" операһы-  Рим империяһы тарҡалған дәүер ваҡиғаларын сағылдыра. Опера сюжеты бөйөк яулап алыусы, һундар батшаһы Атилла һәм уның әсире, Италия провинцияһы хакимы ҡыҙы Одабелла тирәләй әйләнә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балеВердиҙың Аттила операһы ҡуйылды

Варвар Аттилала ҡыҙға ҡарата мөхәббәт хистәре уяна, ә тотҡонлоҡҡа эләккән ҡыҙ Рим империяһына һөжүм иткәне өсөн унан тик үс кенә алырға теләй. Итальян либреттоһы немец драматургы Захариас Вернерҙың пьесаһы нигеҙендә яҙылған.

Вердиҙың тап ошо операһы менән "La Scala" милан театрында театр миҙгеле асылғайны.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов әйтеүенсә, Илдар Абдразаҡовтың иң уңышлы партияларының береһе. Үҙен режиссер сифатында был операны ҡуясаҡ. Әлеге ваҡытта уның концерт вариантын башҡарҙыҡ, тине ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb