Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте

Күптән түгел Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Сарала яҙыусының яҡындары, республика етәкселеге вәкилдәре, билдәле әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Мостай Кәрим фонды грантына лайыҡ булғандар һәм әҙип исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашты. Байрам йәнле һәм йылы мөхиттә барҙы. Бөйөк шәхестең ҡыҙы Әлфиә Кәримова барлыҡ ойоштороусыларға, шулай уҡ ҙур хеҙмәте өсөн “Инеш” нәшри­әтенә ҙур рәхмәт бел­дерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова ла Мостай Кәримдең ғаиләһенә булған йылы хистәрен билдә­ләп үтте, уның яҡындарына әҙиптең исемен мәңгеләште­реүгә күп көс һалғаны өсөн рәхмәт әйтте, яңы китаптағы төрлө өҙөктәргә ҡарашы, тәьҫораттары менән бүлеште. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актер­ҙары әҙиптең шиғырҙарын һөйләп тетрәнергә, хисләнергә мәжбүр итһә, Венер Камалов сараны “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы “Мәрәһим йыры” менән тамамланы. Йыр бөйөк яҙыусының бар ғәмен, моңон үҙенә һыйҙырған, ә бына “Мостай. Булмаған интервью” китабы даһиҙың бар тормошон, яҙылып, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрен үҙ эсенә алған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb