Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера- Жорж Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” операһы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера- Жорж Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” операһы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры 21 һәм 22 июнь көндәре  Жорж Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” операһы премьераһын тәҡдим итә. Һәм сираттағы ижад миҙгелен яңы сәхнә ҡуйылышы менән йомғаҡларға йыйына.

Театр өсөн миҙгел яңы тамашалар һәм еңеүҙәргә бай булды. Күптән Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтте, коллектив “Алтын битлек” конкурсының махсус бүләгенә лайыҡ булды.  Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» милли балеты яңы ҡуйылышта тамашасылар хөкүменә тәҡдим ителде.  Балет республика Башлығы грантына сәхнәләштерелде. Милли классик әҫәр - “Салауат Юлаев” операһы яңы һулыш алды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb