Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Салтан батша тураһында әкиәт»тең премьераһы үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Салтан батша тураһында әкиәт»тең премьераһы үтте

 

Александр Пушкиндың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән музыкаль-анимацион спектакль опера һәм балет партияларын үҙ эсенә алған. Проект Мәскәү режиссеры Петр Татарицкий тәҡдиме буйынса ҡуйылған. Тамашала илдең баш ҡалаһы һәм беҙҙең актерҙар ҡатнаша. 

Мәскәүҙән килгән рәссам спектакль ваҡытында сәхнәлә ҡомда һүрәттәр төшөрә, етмешкә яҡын һүрәт яһап өлгөрә. Салтан ролендә – Артур Ҡәйепҡолов.

Артур Ҡәйепҡолов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы: “Был проекттың беҙҙә булғаны бар. Бөгөнгө опера Римский-Корсаковтыҡы. Ҡайһы бер урындарҙы һөйләйбеҙ, ҡайһы бер урындарында беҙ сығып йырлайбыҙ”.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb