Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры «Онегин» 2020 милли опера премияһының эксперттар советына инде

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры «Онегин» 2020 милли опера премияһының эксперттар советына инде

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артем Макаров «Онегин» 2020 милли опера премияһының эксперттар советына инде. Артем Макаров белдереүенсә: «Онегин» премияһының эксперттар советына инеү миндә  ҙур ғорурлыҡ хистәре уята. Быйыл премияның рәйесе итеп сағыу Рәсәй йондоҙо Владимир Ванеев һайланған. Элек мин төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә жюри составында ҡатнашһам да, эксперт сифатында беренсе тапҡыр эшләргә тура киләсәк. Эксперт эше яуаплы һәм ҡатмарлы, миңә һәм минең коллегаларыма конкурста ҡатнашыусылар араһынан номинанттарҙы һайлап алырға тура киләсәк. Шулай уҡ быйыл пандемияға бәйле ойоштороусылар тарафынан беренсе тапҡыр “Иң яҡшы онлайн-проект” премияһы тапшыраласаҡ”.

«Онегин» премияһы 2016 йылда булдырыла һәм шул осорҙан алып Башҡорт опера һәм балет театры артистары уға лайыҡ булғаны бар. 2016 йылда “Дебют” номинацияһында театр солисткаһы Диляра Иҙрисова лауреат була, 2017 йылда Артур Ҡәйепҡолов “Икенсе пландағы роль” номинацияһында лауреатлыҡ яулай. 2019  йылда “Сәхнә мастеры” номинацияһы Опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовҡа тапшырыла.

«Онегин» милли опера премияһының Бишенсе тапҡыр тапшырыу тантанаһы 2020 йылдың ноябрендә, халыҡ-ара мәҙәни форум сиктәрендә, Санкт-Петербург ҡалаһының Михайлов театры сәхнәһендә үтәсәк. Премияның юбилей программаһында ҙур Гала-концерт ойоштороласаҡ, унда тамашасылар үткән миҙгелдәге лауреаттар һәм быйылғы номинаттар менән таныша аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb