Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Урал батыр» башҡорт эпосы көндәре үтте

Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Урал батыр» башҡорт эпосы көндәре үтте

21-22 декабрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Урал батыр» башҡорт эпосы көндәре үтте.

Уның сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина эпос өйрәнеүҙе бала саҡтан башларға кәрәк тип билдәләне һәм журналдың был эшкә индергән өлөшө тураһында билдәләне.

— Өйрәнеүҙе, әлбиттә, балалар баҡсаһынан башларға кәрәк. Кескәйҙәрҙең ҡулында Аҡбуҙат кеүек ат уйынсығы булһа, ул тәтәйҙе уға әкиәт итеп эпосты ла һөйләргә була. Тик уйынсыҡты ҡиммәтле хаҡҡа эшләнгән сувенир итеп күҙ алдына килтермәйем, киреһенсә, ул осһоҙ һәм һәр балаға һатып алып бүләк итерлек булырға тейеш. Киләсәктә беҙ ошо уйынсыҡты эшләһәк, балаларыбыҙға ҙур бүләк булыр ине, — тине Лариса Хашим ҡыҙы.

«Аҡбуҙат» хеҙмәткәрҙәре журналдарының сираттағы һандарының береһен бөйөк эпосҡа бағышларға уйлайҙар. Бигерәк тә үҙҙәренең аудиторияһын уйлап балаларға ябай тел, зауыҡлы һүрәттәр, уйындар аша тәрән фекер еткереү мөһим булғанын билдәләйҙәр.

Эпосты популярлаштырыу йәһәтенән шағирә мөһим мәсъәләне күтәрҙе:

— «Урал батыр» эпосына бәйле мине бер мәсьәлә борсой - беҙҙең эпос белгестәре юҡ кимәлендә. Ә фәнни яҡтан нигеҙле фекер булмаһа, беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы тураһында донъя ғилемендә өнһөҙ ҡалыуыбыҙ ихтимал. Яҡын киләсәктә ғалимдар, уҡытыусылар йәштәргә тап ошо эпосты өйрәнеү эшен йөкмәтер, тип ышанам, — ти Лариса Абдуллина.

Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Урал батыр» башҡорт эпосы көндәре үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb