Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ҡышҡы «Урал батыр байрамы»уҙҙы

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ҡышҡы «Урал батыр байрамы»уҙҙы

Бөрйән районының Һарғая ауылында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә, ҡышҡы «Урал батыр байрамы» уҙҙы.

Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте кәңәшсеһе Розалиә Солтангәрәева проекты буйынса ошондай байрамдар ойоштороу йолалары 2013 йылда тергеҙелгәйне. Ошондай уҡ саралар Белорет, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Мәләүез, Асҡын һәм башҡа райондарҙа уҙғарылды.

Өфөлә байрам, Бөтә донъя туған телдәр көнөн арналып, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарыла. Быйылғы байрамда Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Манапов, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Янбаева, «Мәргән», «Ылаҡ», «Көрәш» клубтары директорҙары Юлай Ғәлиуллин, Илшат Хәмитов, Сәғит Яҡупов, шулай уҡ Бөрйән районының «Сәсән мәктәбе», «Ағинәй» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты һәм ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Сараны инеш һүҙ менән байрамдың идеологы Розалиә Солтангәрәева асты. Уның һүҙҙәренсә, «Урал батыр байрамы»ның бер нисә төп йүнәлеше бар: эпосты уҡыу, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу, уйындар, ҡарҙа көрәш, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү. Һарғая ауылында уҙғарылған «Урал батыр байрамы» быйыл спорт ярыштары комплексын һәм халыҡ уйындары составын киңәйтте. Ат сабышы, арҡан тартыш, суҡмар ырғытыу, таш ярыу, көрәш, уҡсылар ярышы — ошо уйындарҙың һәммәһе лә ойошҡанлы үтте. Хатта көндөң һалҡын тороуы ла байрамға ҡамасауламаны. Барыһы ла Уралдың иң матур тауҙарының ҡарлы түбәһендә — Башһыртта яғылған ҙур усаҡ эргәһендә йылынды һәм күмәкләп илгә, донъяға, ергә, барлыҡ халыҡтарға изге теләктәр теләне. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb