Бөгөн, 20 декабрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында "Уйынсыҡтарҙың тылсымлы мажаралары" тигән спектакль премьераһы була. Театрҙа яңы йыл марафонына старт бирелә.
Спектакль ҡуйыр өсөн Силәбе өлкәһенән ижади команда саҡыртылған:
режиссер Борис Ходырев, рәссам Андрей Степанов һәм композитор Сергей Моисеев. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бер нисә тапҡыр ошо составта ижади төркөм менән «Сказка синего моря» «Здравствуйте, или будьте вежливы» спектаклдәрен сәхнәләштергәйне.
Спектакль башданыр алдынан театрҙың фойеһында йыл символы-сусҡалар менән Яңы йыл тамашаһы ойоштороласаҡ. Ул оҙайлы ялдар тамамланғансы, 8 ғинуарға тиклем дауам итә.