Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры” библиографик күрһәткесенең исем туйы уҙҙы. Уны мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге хеҙмәткәрҙәре китапхананың бай фонды нигеҙендә әҙерләне.

Баҫмаға 1935 – 2024 йылдар арауындағы мәғлүмәттәр ингән, һәм ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 93 йыллығына ҙур бүләк булды.

1932 йылдың 5 февралендә асылған ҡурсаҡ театры Башҡортостандың мәҙәни тормошонда айырым урын биләй. Уның бай һәм данлы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм донъяның төрлө илдәрендә сығыш яһауҙары республика сәнғәте йылъяҙмаһына мәңгегә алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Милли китапхана директоры Айгөл Әминева әйтеүенсә, библиокүрһәткес Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарихы һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдар һәм театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн кәрәкле ҡулланма буласаҡ.

Ҡурсаҡ тетры директоры Альберт Имаметдинов театр менән әҙәбиәттең тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләне, хеҙмәттәшлектең дауам ителеүенә өмөт белдерҙе.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин сарала ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле ижади бүләк ойошторҙо: ҡурсаҡтарҙы хәрәкәтләндереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм һөнәренең серҙәрен асты.

Сара Башҡортостандың Милли китапханаһы менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb