Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры капиталь ремонтланасаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры капиталь ремонтланасаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры —Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе, театр 1932  йылда ойошторолған. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр. Проекттың хаҡы – 31,5 миллион һум. Уны республика бюджетынан финанслаясаҡтар. 
Төҙөлөш ике сиратта ҡаралған. Тәүгеһендә театр янына дүрт ҡатлы подваллы төкәтмә төҙөләсәк, икенсеһендә театр бинаһы төҙөкләндереләсәк һәм туғыҙ ҡатлы тораҡ йортҡа төкәтеп эшләнгән элекке шлакоблоклы бина емереп ташланасаҡ.  Театрҙың директоры Альберт Имаметдинов хәбәр итеүенсә, төкәтмәлә бәләкәй зал, театр кафеһы, ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив балалар студияһы буласаҡ. Төҙөлөш ваҡытында театр янындағы биләмә лә төҙөкләндереләсәк. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb