2 һәм 3 сентябрь көндәре Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 86-сы ижад миҙгелен асып, кескәйҙәрҙе яңы, ҡыҙыҡлы «Принцесса Крапинка» тамашаһы менән һөйөндөрҙө.
Спектаклдең режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Юрий Заяц, рәссамы – Ильнур Слявчин. Тамаша көндөҙгө 12:00 һәм 14:00 сәғәттәрҙә башлана.
«Принцесса крапинка» - король менән королеваның тарихы тураһында, ғаиләнең балалары булмай. Аптырағас улар сихырсыға мөрәжәғәт итә. Ә ул ғаиләгә йомортҡа бүләк итә. Йоморҡанан аҙаҡ принцесса тыуа. Тик сихырсының бер теләге була, баланы көҙ көнө һарайҙан сығармаҫҡа.
Ирекле күңелде иҫ киткес һарайҙа бикләп тотоп булмаған кеүек, король менән королеваның принцессаһы ҡанатланып осоп китә. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар менән ҡыҙ әйләнеп ҡайтырмы?
Әйткәндәй, театр бәләкәстәр өсөн 86-сы ижад миҙгелендә миҙгелдә тағы ла яңы спектаклдәр әҙерләй. 16 сентябрь көнө БДҠТ-ы сәхнәһәндә беренсе тапҡыр «Семь чудесных пожеланий» спектакль-квестың премьераһы үтәсәк. Шулай уҡ көндөҙгө 12:00 һәм 14:00 сәғәттәрҙә башлана.
9 һәм 10 сентябрь көндәре Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тәҡдим итәсәк «Принцесса Крапинка» спектакленә рәхим итегеҙ!