Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” спектаклен әҙерләй

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” спектаклен әҙерләй

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” тип аталған үҙенсәлекле премьера спектакле өҫтөндә эш алып бара.

 Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” тип аталған премьера спектакле 16 февралгә тәғәйенләнгән.

Яңы сәхнә әҫәре 18 йәштән өлкән тамашасылар өсөн тәҡдим ителәсәк.

Әҫәрҙә Елизавета II, Елена Малышева, Дональд Трамп һәм башҡа образдар ярҙамында төртмә шаяртыуҙар менән бөгөнгө көндәге социаль мәсьәләләр күтәреләсәк.

Ижади төркөм сәнғәт һөйөүселәрҙе быйылғы, театр йылында тиҫтәгә яҡын премьера менән һөйөндөрмәксе. Барлыҡ спектаклдәр ҙә дәүләт ярҙамы менән сәхнәләштерелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb