16 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” тип аталған үҙенсәлекле премьера спекаклен тамашасыларға тәҡдим итәсәк. Яңы сәхнә әҫәре 18 йәштән өлкән тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән.
Әҫәрҙә Елизавета II, Елена Малышева, Дональд Трамп һәм башҡа обрздар ярҙамында төртмә шаяртыуҙар менән бөгөнгө көндәге социаль мәсьәләләр күтәреләсәк.
Ижади төркөм сәнғәт һөйөүселәрҙе быйылғы, театр йылында тиҫтәгә яҡын премьера менән һөйөндөрмәксе. Барлыҡ спектаклдәр ҙә дәүләт ярҙамы менән сәхнәләштерелә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов әйтеүенсә : “Ҡурсаҡ театрында балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә спектаклдәр ҡуйырлыҡ мөмкинлектәр тыуа. Сөнки һуңғы йылдарҙа беҙгә дәүләт яғынан һиҙелерлек ярҙам бар. Шуға ла беҙ репертуарыбыҙҙы йыл һайын төрлө сәхнә әҫәрҙәре менән байытырға тырышабыҙ”.