2,3,9 һәм 10 сентябрь көндәре Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры балалар өсөн «Принцесса Крапинка» спектаклен тәҡдим итә.Спектаклдең режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Юрий Заяц, рәссамы – Ильнур Слявчин. Тамаша көндөҙгө 12:00 һәм 14:00 сәғәттәрҙә башлана.
Ә 16 сентябрь көнө БДҠТ-ы сәхнәһәндә беренсе тапҡыр «Семь чудесных пожеланий» спектакль-квестың премьераһы үтәсәк. Шулай уҡ көндөҙгө 12:00 һәм 14:00 сәғәттәрҙә башлана.
Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль Башҡортостан Республикаһының халыҡ телдәрен өйрәнеү һәм һаҡлау саралары сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
«Спектакль барышында әкиәт геройҙары Петя менән Әминә төрлө хәл-ваҡиғаларға осраясаҡ, башҡорт милли мәҙәниәте, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән танышасаҡ», – ти спектаклде сәхнәгә ҡуйыусылар.
Әҫәрҙәе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер– Альберт Имаметдинов, рәссамы – Әнисә Томаншина, композиторы – Урал Иҙелбаев.