Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә ябыла

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә ябыла

30 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында (Октябрь проспекты, 158) реконструкция алдынан аҙаҡҡы тапҡыр «Билдәле Незнайка» һәм «Бәхетле өйрәк» спектаклдәре ҡуйыласаҡ.

Был хаҡта учреждениеның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Марттан алып ҡурсаҡ театры спектаклдәрен тамашасылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә ҡарай аласаҡ.

Театрҙың яңы проекты бинаны яңыртыуҙы, уға төкәтмә төҙөүҙе, шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Реконструкциянан һуң ҡурсаҡ театрында 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы, 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, балалар һәм уйын ижади студиялары барлыҡҡа киләсәк.

Тергеҙеү эштәрен 2024 йылға тамамлау күҙаллана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb