Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы миҙгелде асырға әҙерләнә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы миҙгелде асырға әҙерләнә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы миҙгелде өс премьера менән ҡаршылай. «Тынғыһыҙ кәзә», «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» рус халыҡ әкиәттәре буйынса спектаклдәр ҡуйыла. Шулай уҡ башҡорт фольклорына нигеҙләнеп «Орнамент нимә хаҡында йырлай?» тип исемләнгән проект та әҙерләнә.

Театр яңы миҙгелен «Тынғыһыҙ кәзә» спектакленән башлай. Премьера 19 сентябрҙә үтә. Әҫәр юморға ҡоролған, фәһем алырлыҡ тәрбиәүи мәлдәре күп. Кәзә ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Дудко башҡара. Спектакль музыкаль яҡтан да байытылған, сағыу декорациялар ҡоролған. Пьеса финалына килгәндә, унда үҙгәрештәр индерелгән, кәзә үҙ ҡылығын танып, ғәфү үтенәсәк. Был сәхәнәләштереү өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыр тип көтөлә. Әлегә артистар 89-сы театр миҙгелен асырға әҙерләнә. Көн һайын репетициялар. Хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар юғары. Битлектә генә инеү рөхсәт ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта социаль дистанция һаҡлау маҡсатында залда тамашасылар һаны ике тапҡырға кәметелгән. Премьераларға килгәндә, сентябрҙә «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» спектакле ҡуйыла. Башҡорт орнаменттары хаҡында ла яңы проект әҙерләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb