Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Ҡыҙыл башлыҡ» исемле яңы спектакль тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Ҡыҙыл башлыҡ» исемле  яңы спектакль тәҡдим итә

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Ҡыҙыл башлыҡ» исемле яңы спектакль өҫтөндә ээшләй. Спектакль Шарль Перроның барыбыҙға ла таныш әкиәтенә нигеҙләнеп сәхнәләштереләсәк.

Премьера 3 һәм 4 ноябрь көндәренә тәғәйенләнгән. Тамаша көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 2-лә башлана. Спектакль «Театрҙар — балаларға» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының финанс ярҙамы менән сәхнәләштерелә.

Спектаклдә Надежда Беззубова, Татьяна Кузьменко, Кристина Латипова, Александр Верхоземский, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виталий Щербаков ҡатнаша.

Спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виктория Щербакова, рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Андрей Волков, композитор — Владислав Савватеев.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb