Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры —Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. 1932 йылда эш башлаған театр 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр», «Ҡара тауыҡ», «Һарынуш» һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.
Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Сираттағы ошондай сара — 2015 йылдың 1 — 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале.
Тамашасыларға театр «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим итте.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булды.
1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
Театрҙың 85 йыллығына арналған тантаналы ултырыш 21 мартҡа тәғәйенләнгән.