Бөгөн 21 март- Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнө билдәләнә. Ағымдағы йылдың 5 февраль көнө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 85 йыл тулды. Бөгөн Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театры юбилейлы датаға арналған тантаналы кисә уҙғара.
Ҡурсаҡ театры үҙенең ҡунаҡтарын юбилей миҙгеленең иң көтөп алған премьераһы – көнсығыш әкиәттәре мотивы буйынса өлкәндәр өсөн «Мең дә бер кисә» спектакле менән ҡыуандырмаҡсы.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры —Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе, театр 1932 йылда ойошторолған.
Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.
Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Сираттағы ошондай сара — 2015 йылдың 1 — 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булды.
1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.